М?кт?пт? осрашыу кис??ен? сценарий

Муниципальное автономное общеобразовательное учреждение

«Средняя общеобразовательная школа №26»

городского округа город Стерлитамак Республики Башкортостан


Рассмотрено

на заседании МО

учителей родных языков

протокол №_________

от «___»_______ 20____г.

руководитель МО

З.М. Казакбаева _______


Согласовано

заместитель директора

МАОУ «СОШ №26»

городского округа город Стерлитамак Республики Башкортостан

В.В. Яночкина _________

«___»_________ 20____г.


Утверждаю

Директор МАОУ «СОШ №26»

городского округа город Стерлитамак Республики Башкортостан

Л.Н. Пырова ___________

Приказ №____

«___»_________ 20____г.

^ Рабочая программа

по родному (башкирскому) языку и литературе

для 3 класса

Составитель:

учитель башкирского языка,

высшей категории,

Ишмуратова Гульшат Хайрваровна

2012 год

Башҡортостан республикаһы

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының

«26-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе»

Муниципаль автоном дөйөм белем биреү учреждениеһы


Ҡаралған

МБ ултырышында

протокол №_____

«__»_________20__й.

З.М. Ҡаҙаҡбаева


Раҫлайым

26-сы мәктәп директоры

_____/Л.Н. Пырова/

Приказ №_________

«__»__________20__й.

^ 2012-2013 уҡыу йылына

3-сө класс өсөн

туған (башҡорт) теленән эш программаһы
дөйөм сәғәттәр һаны – 108 сәғәт

аҙнаһына – 3 сәғәт иҫәбенән
Ишморатова Гөлшат Хәйервара ҡыҙы төҙөнө


Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Давлетшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

нигеҙендә төҙөлдө.

Дәреслек: Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 3-сө класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Х.А.Толомбаев, М.М.Нәбиуллина – Өфө: Китап, 2008


Килешелгән

директор урынбаҫары

______/В.В. Яночкина/
«__»_________20__й.

2012 йыл

^ Аңлатма яҙыу.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә 3-сө класс өсөн туған (башҡорт) телдән эш программаһы.

Эш программаһы 108 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 3 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн: 2- күсереп яҙыу, 2- һорауға яуап, 4-диктант, 1- изложение, 1- инша үткәреү ҡарала.

Төҙөүселәре: Ишморатова Гөлшат Хәйервара ҡыҙы

Дәреслек: Толомбаев Х.А., Нәбиуллина М.М. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 3-сө класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2010.

^ Программа кимәле : базис

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы: Башҡорт теленән 1-4-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.-Өфө:Китап, 1997.- 255 бит.

^ Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

1)Учебный словарь, башкиро-русский русско-башкирский,Усманова М.Г.,Саяхова Л.Г., Киньягулова З.И., Уфа: 2006

2) Грамматика һүҙлеге (һүҙ үҙгәреше), М.Х.Әхтәмов, Өфө: Китап,2007

3) Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге, башланғыс синыф уҡыусылары өсөн, З.Ғ.Ураҡсин, З.Ә.Сиразитдинов, Н.Ф.Суфьянова, Өфө: Китап, 2005

4) Русско- башкирский учебный словарь, Саяхова Л.Г., Ураксин З.Г., Асадуллина Ф.Ф., Сахипова З.Г., Уфа: Китап, 2001

5) Урыҫса- башҡортса һүҙлек, З.Ғ.Ураҡсин, Өфө: Башҡорт энциклопедияһы, 2005

6) Русса- башҡортса уҡыу- уҡытыу тематик һүҙлеге, З.Ф.Әбүбәкирова, Өфө: Аукцион+, 2007

7) Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге, З.Ғ.Ураҡсин, Өфө:2004

8) Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге, М.Х.Әхтәмов, Өфө: Китап, 2009

9) Омонимдар ( аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге, М.Х.Әхтәмов, Өфө: Китап, 2006

10) Башҡорт аш- һыуҙары терминдарының башҡортса- русса аңлатмалы һүҙлеге, Ф.С.Аминева, Өфө: 2002

11) Башҡортса- русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге, И.Ғарипов, Өфө: Китап, 1994

^ Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И. - Ижевск: «Книгоград», 2008.

Башҡортостан мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «8-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының « Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

^ Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:


  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;

  • «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:


  • телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

  • телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

  • бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

^ Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

3-сө класта башҡорт теле һәм уҡыу материалдарының йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнә:

- аралашыу, һөйләшеү өсөн диалог темалары;

- класта һәм өйҙә уҡыу өсөн әҙәби һәм фәнни-популяр текстар;

- фонетик, орфоэпик, орфографик, грамматик материал;

- уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләренә талаптар;

- уҡыусылар үҙләштерергә тейеш булған һүҙҙәр теҙмәһе.

3 класс өсөн программала һөйләшеү, уҡыу (класта һәм өйҙә), практик үҙләштереү өсөн тел (грамматик) материал тематик принципта урынлаштырыла. Был принцип тейешле һүҙҙәрҙе, типик һөйләмдәрҙе өйрәнеүҙә, телмәр үҫтереү эштәрен ойоштороуға ыңғай йоғонто яһай, класта уҡытыу- тәрбиә эштәрен системалы, эҙмә- эҙ ойоштороуға, уҡыу материалын тормош менән бәйләргә, балаларҙың торош һәм телмәр тәжрибәһен байытырға һәм киңәйтергә ярҙам итә.

^ Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Һаумы, мәктәп!- 1 сәғәт

1 сентябрь- Белем байрамы. Мәктәп, балаларҙың белем алыуы тураһында әҫәрҙәр уҡыу, әңгәмәләр үткәреү. Уҡыу һәм ятлау өсөн материалдар.Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен иҫкә төшөрөү. Һорауҙарға һөйләмдәр менән яуап биреү.

^ Йәйҙе иҫкә төшөрөү- 2 сәғәт

Йәйге тәбиғәт, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре, ялы хаҡында шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү. Йәйге тәьҫораттар тураһында әңгәмәләр үткәреү, һүрәттәр төшөрөү. Авторҙар тарафынан темаға ҡарата эшкәртелгән мәҡәләләр. Башҡорт телендә алфавит. Өндәрҙе дөрөҫ әйтергә күнегеү. Бирелгән ситуациялар буйынса бәләкәй хикәйәләр төҙөү һәм һөйләү.

^ Алтын көҙ килә еремә- 15 сәғәт.

Башҡортостанда, тыуған төйәктә көҙгө тәбиғәт, ундағы буяуҙар байлығы, көҙгө муллыҡ, ололарҙың һәм балаларҙың көҙгө эштәре, осар ҡоштар, йәнлектәр тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү.

Көҙ темаһына альбом төҙөү, әҙәби монтаж әҙерләү, тәбиғәткә экскурсия үткәреү, тәбиғәтте һаҡлау буйынса конкрет эштәр башҡарыу, әңгәмәләр үткәреү, тәбиғәт һәм уҡылған әҫәрҙәр буйынса һүрәттәр төшөрөү.

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең (исемдәрҙең) берлек, күплек, яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ, урын, ваҡыт, объект һ.б. мәғәнәләрҙе белдереүе (күҙәтеү, иҫкә төшөрөү, практик үҙләштереү)

^ Кешене кеше итеүсе- хеҙмәт- 5 сәғәт.

Кеше тормошонда хеҙмәттең роле, ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте, яҡшы сифаттар тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү, мәҡәлдәр әйтеү.

Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр. Билдәнең төрлөмиҡдарҙа икәнен (сифат дәрәжәләрен) белдереүсе сараларҙы күҙәтеү, практик үҙләштереү.

Абзацтың темаһын билдәләү. Абзацты һөйләмдәргә бүлеү. Айырым һөйләмдәрҙән бәләкәй хикәйә төҙөү.

^ Нимә яҡшы, нимә насар?- 8 сәғәт.

Кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте, намыҫлы, егәрле кешеләр һәм уларҙың эштәре; ҡурҡаҡ, алдаҡсы, ялҡау кешеләр тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү; балаларҙа яҡшы сифаттар тәрбиәләү.

Данлы кешеләр менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү, улар тураһында альбомдар төҙөү, ишеткәндәр буйынса һүрәттәр төшөрөү.

Эште, процесты белдереүсе һүҙҙәр (ҡылым, хәбәр), уларҙың төп мәғәнәләренән тыш, эш башҡарыусының (эйәнең) затын, берлеген, күплеген, ваҡыт һ.б. мәғәнәләр белдереүҙәрен күҙәтеү һәм практик үҙләштереү.

Әҫәрҙәге предметты һәм геройҙы (персонажды) һүрәтләү элементтары.

Әкиәттәр- 7 сәғәт.

Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә кешеләрҙең яҡшы һәм насар сифаттарының сағылышы. Халыҡ әкиәттәре һәм яҙыусылар ижад иткән әкиәттәр.

«Әкиәт геройҙары» темаһына альбом төҙөү, һүрәттәр төшөрөү, инсценировкалар әҙерләү һәм күрһәтеү.

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең (исемдәрҙең) һөйләмдә эш башҡарыусы булып килеүен, урын, ваҡыт, эйәлек, объект һ.б. мәғәнәләрҙе белдереүен практик күҙәтеү һәм үҙләштереү.

Әкиәт, хикәйә, йомаҡ, мәҡәлдәрҙе бер- береһенән айырыу. Бирелгән ситуацияға ярашлы бәләкәй әкиәттәр төҙөү, шул әкиәттәргә һүрәттәр төшөрөү.

^ Тәңкә- тәңкә ҡарҙар яуа...- 8 сәғәт.

Башҡортостанда ҡышҡы тәбиғәт, һауа торошо, үҫемлектәрҙең һәм йәнлектәрҙең ҡышлауы; ололарҙың һәм балаларҙың ҡышҡы эштәре, балаларҙың уйындары һәм эштәре тураһында хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү.

Уҡылған әҫәрҙәр буйынса Яңы йылға ҡарата һүрәттәр төшөрөү, шыршы байрамына әҙерләнеү һәм уны үткәреү. Әҙәби геройҙарға характеристика элементтары.

Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙең һөйләмдәге мәғәнәләрен күҙәтеү һәм практик үҙләштереү.

Текст. Тексты өлөштәргә бүлеү, өлөштәргә исем биреү. Текстың темаһын һәм төп фекерен практик үҙләштереү.

^ Уралып ятҡан Уралда..- 15 сәғәт

Урал, уның тәбиғәте, байлығы, йылғалары, күлдәре, тауҙары, ҡалалары, экономикаһы, башҡорт әҙәбиәте, сәнғәте, күренекле кешеләре тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү. “Башҡортостан- тыуған төйәгем” темаһына әҙәби монтаж, альбомдар әҙерләү, уҡылған әҫәрҙәр, тәьҫораттар буйынса әңгәмәләр үткәреү, һүрәттәр төшөрөү.

Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең һөйләмдәге мәғәнәләрен, функцияларын күҙәтеү һәм практик үҙләштереү.

Бутап бирелгән һөйләмдәрҙән текст төҙөү. Изложение һәм инша элементтары менән практик танышыу һәм үҙләштереү.

Ҡаһарманлыҡ юлынан- 4 сәғәт

Һалдат хеҙмәте- һәр ир-егеттең изге бурысы. Халҡыбыҙҙың ил дошмандарына ҡаршы героик көрәше тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү.

Ветеран һәм йәш һалдаттар менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү, һалдаттарға бағышланған альбом төҙөү.

Предметтың иҫәбен (һан), сценарий эш- хәлдең билдәһен (рәүеш) белдергән һүҙҙәр. Шул һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен һәм телмәрҙә ҡулланылышын күҙәтеү һәм практик үҙләштереү.

Автобиография элементтары. Изложение һәм инша элементтарын өйрәнеү.

^ 8 март- ҡатын- ҡыҙҙар көнө- 2 сәғәт

Илебеҙҙә ҡатын- ҡыҙҙар хеҙмәте, республикалағы данлы ҡатын- ҡыҙҙар, уларға ихтирам тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү.

Алдынғы ҡатын- ҡыҙҙар менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү; “8 март- әсәйҙәр байрамы” тигән иртәлек әҙерләү һәм үткәреү, альбом төҙөү, һүрәттәр төшөрөү.

Предметтың эшен, билдәһен, эш хәлдең билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙең телмәрҙәге (һөйләмдәге) роле һәм үҙенсәлектәре (ҡабатлау, тәрәнәйтеү).

Текста элементар һүрәтләү саралары.

^ Яҙҙар килә шаулап- гөрләп…- 6 сәғәт

Башҡортостанда яҙғы тәбиғәт, уның күренештәре, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошондағы үҙгәрештәр, кешеләрҙең яҙғы хеҙмәте тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү.

Ҡоштарҙы ҡаршылау, бүлмә гөлдәре үҫтереү, баҡса эштәре тураһында әңгәмәләр үткәреү, темаға ҡарата һүрәттәр төшөрөү.

Башҡорт телендә һөйләмдең интонацион төрҙәре. Уларҙа тыныш билдәләре, тасуири уҡыу (иҫкә төшөрөү, ҡабатлау, нығытыу).

Текст. Уның өлөштәре, өлөштәргә исем биреү. Ябай план менән практик танышыу.

^ Балаларҙың тормошо һәм эштәре- 1 сәғәт

Йәй- 2 сәғәт

Йәйге күренештәр, балаларҙың йәйге эштәре һәм ялы. Уйындар тураһында шиғырҙар, хикәйәләр, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү.

Тәбиғәткә экскурсиялар ойоштороу, әңгәмәләр үткәреү, йәй күренештәре тураһында һүрәттәр төшөрөү.

Грамматик күнекмәләрҙе тәрәнәйтеү, ҡабатлау.
^ Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар


  1. Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙе уҡыған тексты аңлай алыу:

-3-6 һөйләмдән (репликанан) торған диалогты аңлай һәм уны дауам итә белеү;

- уҡытыусыға йәки иптәштәренә уҡыған йәки ишеткән текст буйынса һорауҙар биреү;

- текстың темаһын, төп фекерен әйтә белеү.

2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм, билдәле ситуация буйынса әңгәмәлә ҡатнаша алыу:

- текстың йөкмәткеһен һөйләү һәм уны дауам итеү;

- предметты, күренеште, персонажды элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтен белдерә алыу;

- хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу һәм һөйләү;

- текстағы образлы һүҙҙәрҙе; һүрәтләү сараларының мәғәнәләрен аңлатып биреү һәм ҡуллана алыу;

- билдәле ситуация буйынса бәләкәй хикәйәләр төҙөй алыу;

- 4-5 шиғырҙы тасуири итеп яттан һөйләй алыу.

3. Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу; логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү:

- тексты тасуири уҡыу;

- ваҡиғаларға, геройҙарҙың эштәренә, ҡылыҡтарына баһа биреү;

- текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе һүрәтләү, тасуирлау таба алыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

- текстың өлөштәренә, иллюстрацияларға исем бирә алыу, өҙөк буйынса план төҙөү;

- хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын практик айыра белеү.

4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу:

- текст, күҙәтеүҙәр, экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;

-3-6 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;

- бер телдән икенсеһенә тәржемә итеү;

- өйрәтеү характерындағы 1- изложение, 1-инша яҙыу;

- яҙғанды элементар рәүештә камиллаштыра алыу.

5. Гәзит- журнал материалдарын, дәреслектә билдәләнгән әҫәрҙәрҙе кластан тыш уҡыу һәм һөйләү.

5. Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау


  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 3-сө класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

күсереп яҙыу – 1, һорауҙарға яуап – 0, диктант – 2, изложение-1, инша-1

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡара-мағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

- карточкалар менән эш;

- һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

- һүҙлек диктанты;

- һөйләмдәр төҙөү;

- һүҙлек менән эш;

- һүрәтләү иншаһы;

- синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш.


Дәрестең темаһы.
Һүҙлек һүҙҙәре
Йыһазландырыу
Дата
1.
Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.
Бүләк иттек, ҡотланыҡ,епшек
Алфавит
2.
Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.
Маҡсат, бүләк, һорайым,тәржемә итәм
Карточкалар
3.
Башҡорт теленең алфавиты.
Толом, томан. уңыш
Алфавит
4.
Й хәрефе менән ҡушымсалар.
Йәм,йәй, йотоу,ҡарағай
Һүрәт
5.
Предметты белдереүсе һүҙҙәр.
Көнбағыш,һаҡсы
6.
Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ мәғәнәһе.
Һамар өлкәһе, Мәскәү
Таблица
7.
«Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре» темаһы буйынса контроль күсереү «Көҙ»
8.
Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең берлек һәм күплек мәғәнәһендә килеүе.Хаталар өҫтөндә эш.
Еңеләйтә,мул
Һүҙлек
9.
Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең төрлө мәғәнәләрҙә килеү
Кисен, туғай
таблица
9.
Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең төрлө мәғәнәлә килеүе.
10.
Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең ваҡыт мәғәнәһен белдереү.
Иртәнсәк, кис көнө, былтыр
Карточкалар
11.
Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең урын мәғәнәһен белдереүе.
Өйҙә,кәмәлә, сөйҙә
Таблица
12.
Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең эйәлек мәғәнәһен белдереүе.
Кешенең, тәбиғәттең
Таблица
13.
Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең эйәлек мәғәнәһен белдереүе.
Юл саты, кершән, тире
Һүрәт
14.
Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙе ҡабатлау.
Юл саты, кершән, тире
Дидактик материал
15.
«Предметты белдереүсе һүҙҙәр» темаһы буйынса диктант «Декабрҙә».
Баҫыу,шыршы
16.
Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙе ҡабатлау. Хаталар өҫтҫндә эш.
Ул,уны, уға
Дидактик материал
17.
Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр. Ниндәй һорауы.
Ҡеүәтле,мөһабәт
Карточкалар
18.
Телмәр үҫтереү. Һүрәт буйынса эш.
Ҡуйы,мүкле
һүрәт
19.
Предметтың билдәһен төрлө миҡдарҙа белдереүсе һүҙҙәр.
Үтә әсе,әскелт,

һалҡынса


Дәреслек, һүҙҙәр
20.
Эште, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәр. Ни эшләй? һорауы.
Ирей, һикерә,осрағандар
БУ,23 бит
21.
Эште, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең берлек, күплек мәғәнәләрен белдереүе.
Өйрәтәләр, көн күрә
карточка
22.
Ни эшләй? ни эшләйҙәр? һорауҙары. Эш башҡарыусының

зат мәғәнәһен белдереүе.


Мин, һин,ул,беҙ,һеҙ,улар
дәреслек
23.
Эште, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең өҫтәлмә мәғәнәләре.
Олон, өйкөм
Дидактик материал
24.
Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙең һөйләмдәге мәғәнәләре.
Зәңгәрләнә, әүәләйҙәр
25.
Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең һөйләмдәге мәғәнә үҙенсәлектәре.
Һуң,әкрен,ҡапыл,артҡа
таблица
26.
Телмәр үҫтереү.Изложение «Яҡшы иптәштәр»
ыңғырашҡан
һүрәт
27.
Предметтың иҫәбен белдереүсе һүҙҙәр.
28.
Ҡасан? ҡайҙа?һорауҙары.
Быйыл,элек,таң менән,юғарыла, оста
карточка
29.
Һөйләм. Уның төрҙәре.
Ҡырмыҫҡа,бөжәк
карточка
30.
Өндәү һөйләм. Һорау һөйләм. Хәбәр һөйләм.
Хуш еҫ. гүзәл
дәреслек
31.
Һөйләм төрҙәре темаһын ҡабатлау.
Ир- егет,ҡор
карточка
32.
Үтелгән темалар буйынса контроль диктант «Күл буйында»
33.
Һөйләмдең баш киҫәктәре темаһын ҡабатлау.
Эшһөйәр,елкенеп
таблица

34.

Зат алмаштарын ҡабатлау.

Йүгерек,үрсей

Таблица

^ 7. Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге


  1. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  2. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

  3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

  4. таблицалар

  5. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.

  6. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

  7. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге,башланғыс синыф уҡыусылары өсөн,З.Ғ.Ураҡсин, З.Ә.Сиразитдинов,Н.Ф.Суфьянова, Өфө: Китап, 2005

Материаль-техник ҡулланмалар


  • телевизор;

  • видеомагнитофон

8. Төп әҙәбиәт


  1. Толомбаев Х.А., Нәбиуллина М.М. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 3-сө класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2010.

  2. Салихова М. Т., Шафикова С. Х. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы (1-4-се кластар өсөн) - Өфө: Китап, 1997.

  3. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

  4. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

  5. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.

  6. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.

  7. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

8. «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары

  1. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

Өҫтәлмә әҙәбиәт:

  1. Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы. 1- 4 – се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма– Өфө

  2. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө, 2008.

  3. Жемчужины детской башкирской литературы. /Составитель – В.С.Мавлетов/ – Уфа, 2005.

  4. Хисаметдинова Ф.Г. Кескәйҙәр өсөн башҡорт теле. – Өфө: Башҡортостан энциклопедияһы, 2002.

  5. Ҡыҙыл ҡанатлы, алтын суҡышлы ҡошсоҡ, Донъя халыҡтары ижадынан. Мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн уҡыу китабы, А.Йәғәфәрова, Өфө: Китап, 2007.

6. Тормош һабаҡтары, Башҡорт мәҙәниәте буйынса III синыф дәреслеге, И.Д.Бураҡаев
Источник: http://files.kabobo.ru/docs/157300/index-3540.html


Закрыть ... [X]

Wall VK Поздравления первому учителю от класса на выпускной

М?кт?пт? осрашыу кис??ен? сценарий Бесплатные готовые сценарии праздников и
М?кт?пт? осрашыу кис??ен? сценарий Билеты за мили: как это устроено на самом деле - Страница
М?кт?пт? осрашыу кис??ен? сценарий Выпускникам 9 класса Поздравления
М?кт?пт? осрашыу кис??ен? сценарий ДЛЯ МАМЫ (ТЕЩИ, СВЕКРОВИ ) - Поздравления всем
М?кт?пт? осрашыу кис??ен? сценарий Делится ли подаренная квартира при разводе
М?кт?пт? осрашыу кис??ен? сценарий День Рождения. Поздравления с днем рождения
М?кт?пт? осрашыу кис??ен? сценарий День именинника в классе: идеи для веселого поздравления
М?кт?пт? осрашыу кис??ен? сценарий Детский праздник для взрослых. Праздники - 7я.ру
Иван Царевич и Серый Волк 2 (2013) смотреть Конкурс сказка для веселой компании - Конкурс Областной конкурс юных пианистов » Гродненский Поздравления с 1 месяцем девочке родителям картинки Поздравления с присвоением звания майор Программа ТВ Свадебные тосты свидетельнице. Красивые, смешные